Тышта ҡояшлы, ләкин сатлама һыуыҡ көндәр торған. Балалар Яңы йылды көткән, сөнки улар был байрамда тылсымлы бүләктәр аласаҡтарына ышанған һәм йыл буйына үҙҙәрен бик тәртипле тотҡан, тырышып шиғырҙан ятлаған, матур йырҙар өйрәнгән.
Ҡыш бабай тылсымлы урманда йәшәгән. Унда юлды бары ҡырағай кейек-ҡоштар ғына белгән. Ҡыш бабайҙың Яңы йыл алдынан эше күп икәнен беләһегеҙҙер, бәләкәстәр?
Тик һуңғы көндәрҙә ул йорто тирәһендә күренмәгән. Мейесенән төтөн дә сыҡмаған. Бер көндө Ҡыш бабайға Аҡҡуян ҡунаҡҡа килгән. Йәнлектәр шулай бабайға ҡунаҡҡа килеп йөрөгән. Артабан нимә булғанын әкиәтте тыңлағас белерһегеҙ.