Яҙ тураһында әкиәт

Дуҫтар, яҙҙың тәүге хәбәрселәре тип мин ҡыйыҡтағы боҙбармаҡтарҙы әйтер инем.Шунан – ҡарға ҡарғалар.  Улар ҡар иремәҫ борон уҡ йылы яҡтан осоп ҡайталар ҙа ҡар, ҡар, ҡар, тип ҡысҡырып, ҡышты ҡурҡыталар. Яҙ етһә, ҡояш төшкән урындарҙа ҡар ҡарая, ярмалана һәм ирей башлай. Көрт аҫтынан йырғанаҡтар ағып сыға. Ә боҙ китеү үҙе бер тамаша. Ҡарҙан әрселгән урындарҙа тәүге үләндәр морон төртә, сәскә ата. Мәҫәлән, үгәй инә үләне, умырзая, һөтлөгән. Тағы ла тауҙа йыуа үҫеп сыға. Йыуа ҡырағай һуған була инде. Яҙ көнө ҡышҡы йоҡоға талған бөжәктәр ҙә уяна. Өңөндә тыуған балаларын эйәртеп айыу килеп сыға, бурһыҡ та уяна. Хайуандар ҡышҡы йылы тунын йоҡарағына алмаштыра һәм сағыуыраҡ төҫкә инә.

Фото №1 - Яҙ тураһында әкиәт

Яҙын кешеләрҙең дә эштәре күбәйә: баҫыуҙарҙы һөрөп, игендәр сәсәләр, баҡсала йәшелсә-емештәр ултырталар. Ағастар япраҡ яра, сәскәгә төрөнә. Яҙ - тәбиғәттең иң күркәм ваҡыты.

Ни өсөн был миҙгел яҙ тип аталған икән, беләһегеҙме, бәләкәстәр?  Гөлфиә Юнысова апайҙың  “Яҙ тураһында әкиәт”е шул хаҡта. Әкиәтте Башҡортостандың халыҡ артисы  Илсөйәр Ғәзетдинова уҡый.

                     

Зариф Байғусҡаров: Закондар эшләргә тейеш
Зариф Байғусҡаров: Закондар эшләргә тейеш
Иләү
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Иләү
Стәрлетамаҡ рус дәүләт театры актеры Артур Ишмөхәмәтов
Иләү
Телеканал БСТ в рамках программы «Счастливый час» запустил марафон «Счастливая женщина»
Уфиская волна