Башҡорттар торнаны изге ҡош тип йөрөтә. Япондар һәм ҡытайҙар уны аҡыл, намыҫ, матурлыҡ һәм оҙон ғүмер билдәһе, ти. Шулай уҡ тыныслыҡ ҡошо ла ул. Торна - иң ҙур осар ҡош. Үҙе матур ҙа. Шуға күрә күп халыҡтар уның тураһында легендалар һәм әкиәттәр сығарған.Беҙ бөгөн, дуҫтар, "Торна менән төлкө" тигән халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.