4 йәшлек Әминә Шафиҡова менән мин "Тамыр" каналы әҙерләгән “Халҡым йыры тамырымда” тигән концертта таныштым. Улар ғаиләһе менән концерт ҡарарға тип Мәсетле районынан килгәйне. Әминә фойеға ҡуйылған сәхнәлә тыпырлатып бейеп тә күрһәтте, йырланы ла. Икенсе көндө “Бирешмә” төркөмөнөң концертында ла осраттым Әминәне әсәһе менән. Лоторея уйынында һауа шарында осоу өсөн сертификат отто улар.
Әминә "Иләү"ҙә һөнәрҙәрен күрһәтергә лә әҙерләнеп килгән икән. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ.