Һыу инеү ҡағиҙәләре

Малайҙар, ҡыҙҙар, башта Фәйрүзә Фәтҡуллина апайығыҙ яҙған “Өйрәк бәпкәләренә ярҙам ит” тигән әкиәтте тыңлап алабыҙ. Һуңынан һыу инеү ҡағиҙәләре тураһында һөйләшербеҙ.

Бәләкәстәрем, һыу ингәндә бына ошо ҡағиҙәләрҙе һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ, йәме: белмәгән урында баш менән суммаҫҡа! Һыу төбөндә ҙур таш йәки батҡан ағас, йә булмаһа, башҡа берәй төрлө  ҡаты һәм осло нәмә ятырға мөмкин.Башты яраларға мөмкин.

Һыу аҫтында тын алырға ярамай. Сәсәтә.

Шишмә һыуы ҡушылған урында йөҙмәҫкә, аяҡтар тартышыр. Һыуға ингәндә лә, башта аяҡ-ҡулды һыулап алырға кәрәк, шунан ғына йөҙөп китергә була.

Һыуҙы оҙаҡ инергә ярамай.

 

Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Иләү
Эксперт: Коронавирустан вакцина ҡотҡарасаҡ
Эксперт: Коронавирустан вакцина ҡотҡарасаҡ
Иләү
2021. Маҡсаттар һәм бурыстар. Хөкүмәт кәңәшмәһе
2021. Маҡсаттар һәм бурыстар. Хөкүмәт кәңәшмәһе
Иләү