Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре

Беҙ бөгөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән танышабыҙ, малайҙар һәм ҡыҙҙар. Ә янғын һүндереүселәр ҡасан барлыҡҡа килгән һуң?

Фото №1 - Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре

Борон замандарҙа янғын һүндереүселәр бөтөнләй булмаған. Янғын һүндерергә бөтә кеше сыҡҡан. Кешеләр сылбыр рәүешендә теҙелеп, һыу тултырылған биҙрәләрҙе ҡулдан-ҡулға биргән.

Төнгөһөн, ҡалаларҙа янғын  сыҡҡанын күҙәтеү өсөн,  ҡарауылсы ҡуйғандар. Янғын сыға ҡалһа, ул махсус шаҡылдауығына һуҡҡан йә ҡыңғырау ҡаҡҡан.

Ҡалалар үҫкән, ҡарауылсыларға урамдар буйлап йөрөү ауырлашҡан һәм  “янғын ҡалансаһы” тигән махсус  вышкалар  төҙөп ҡуйғандар. Ҡарауылсы тирә-яҡты шул ҡалансанан күҙәткән. Янғын һүндерергә янғын командаһы сыҡҡан. Улар һыуҙы аттар егелгән мискәләрҙә  ташыған.

Аҙағыраҡ кешеләр ҡул насосы уйлап тапған. Һыуҙы шлангылар ярҙамында һиптергәндәр.

Янғын булған ергә аттарҙа тиҙ генә барып етеп булмаған, шуға күрә янғын машинаһы уйлап тапҡандар. Ул быу ярҙамында йөрөгән. Унда бер нисә кеше һыйған, был ауыр машиналар сәғәтенә 15 км. тиҙлектә хәрәкәт иткән.

Ваҡыт үтеү менән янғын һүндереү машиналары камиллаштырыла барған, яңы моделдәрен уйлап тапҡандар. Янғын һүндереү машинаһына насос, мискә, шлангы өсөн катушка,  баҫҡыс  ҡуйылған. Хәҙерге заман машинаһына янғын һүндереү командаһы һыя. Унда һыу, күбек, шлангылар һәм баҫҡыс өсөн бүлектәр бар.

Элек тә, хәҙерге заманда ла янғын һүндереү машинаһын ҡыҙыл төҫкә буяталар. Сөнки был ут һәм хәүеф төҫө.

Янғын һүндереү машинаһы светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтамай.

Тапшырыу һуңында Тәскирә Даянова апайҙың "Ҡусҡарҙың күҙе ҡайҙа?" тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

Стәрлетамаҡ рус дәүләт театры актеры Артур Ишмөхәмәтов
Иләү
Ғәли Соҡорой - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы
Ғәли Соҡорой - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы
Иләү
Табышулар күңелләргә илһам бирә!
Табышулар күңелләргә илһам бирә!
Иләү
Телеканал БСТ в рамках программы «Счастливый час» запустил марафон «Счастливая женщина»
Башкорт йыры 2020