Рубик кубигы. Башватҡыстар һәм башҡа уйынсыҡтар.

Беләһегеҙме, бәләкәс дуҫтарым, Рубик кубигы – донъяла киң таралған башватҡыс. Уны венгр ғалимы Рубик уйлап тапҡан. Кубтың 6 яғы бар. Һәр яҡта бер төҫлө 9 шаҡмаҡ. Кубикты борғолаһаң, шаҡмаҡтар бутала. Рубик кубигын йыйыу – ул һәр яҡта яңынан бер төрлө шаҡмаҡтар йыйыу: ҡыҙыл йәки һары, йәки күк.

Иләү
Рубик кубигы. Башватҡыстар һәм башҡа уйынсыҡтар.
Иләү

Башватҡыстар – ул зирәклек талап иткән уйынсыҡтар йәки мәсьәләләр. Бына, мәҫәлән, лабиринт. Был башватҡыста буталсыҡ коридорҙар араһынан дөрөҫ юл табырға кәрәк. Икенсе ҡыҙыҡлы башватҡыс – пазл. Бәләкәй генә киҫәктәрҙән һүрәт йыйыу өсөн зирәклек кенә етмәй, түҙемлек тә кәрәк шул. Ә компьютер башватҡыстарын яратаһығыҙмы, бәләкәстәр? 

Ҡыҙҙарҙың иң яратҡан уйынсығы  - ҡурсаҡ. Беҙ бөгөн Тәскирә Даянова апай ижад иткән "Ҡурсаҡ тарихы" тигән әкиәт тыңлайбыҙ. Әкиәтте Зилә Дибаева уҡый.

Илһам бирсен очрашулар!
Илһам бирсен очрашулар!
Иләү
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Иләү
"Башҡорт хужабикәһе" йәки Миләүшә Шәйхлисламова   Юлдашта эфирҙа.
"Башҡорт хужабикәһе" йәки Миләүшә Шәйхлисламова Юлдашта эфирҙа.
Иләү