Эбру

Һыуҙа һүрәт төшөрөү – эбру тип атала. Ул мең йыл элек барлыҡҡа килгән. Боронғо япон императорҙары, ҡытай китап яҙыусылары  был рәсем сәнғәтен бик яратҡан.Төркиәлә, Һиндостанда, Пакистанда, Персияла, Үзбәкстанда ла эбру техникаһы менән һүрәт төшөргәндәр. “Эбру” – фарсы һүҙе. Нәфис, еңел  болоттар тигәнде  аңлата.

Иләү
Эбру
Иләү

Эбру техникаһы буйынса һүрәт төшөрөү өсөн ябай һыу түгел, ә махсус әҙерләнгән һыу һәм буяуҙар ҡулланыла. Һыуға ҡушылған матдәләр уны ҡуйырта һәм йәбешкәккә әйләндерә. Шуға күрә буяулы тамсылар батмай һәм бер-береһенә ҡушылмай.  Ә буяуҙарҙы  үгеҙҙең бауыр үтен ҡушып яһайҙар.

Һыуға тамыҙған шыйыҡ буяуҙар яҡшы йәйелә һәм  нәҙек кенә таяҡсыҡтар ярҙамында рәссам буяу түңәрәктәренән теләгән семәрен яһай. Ә инде һүрәт әҙер булғас, уны ҡағыҙға күсереп ала. Ә оҫталар ағасҡа, туҡымаға, керамикаға, күнгә лә күсерә белә.

Шулай уҡ бөгөн Айһылыу Йәғәфәрова апай яҙған "Ҡәләмдәр" тигән әкиәт тыңлайбыҙ. Әкиәтте Зилә Дибаева уҡый.

Агролизинг. Кемгә отошло?
Агролизинг. Кемгә отошло?
Иләү
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Иләү
Башҡорт теле айлығы
Башҡорт теле айлығы
Иләү