Ауыртыуҙы белмәй торған малай хаҡында

Ҡулға сүкеш менән һуҡһаң, ни эшләп ауырта икән? Укол сәсһәләр ҙә, теште дауалаһалар ҙа ауырта, тип аптырай балалар. Ауыртыу – организмдың һаҡланыу сигналы ул. Ысын, ҡайнар әйберҙе тотһаҡ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, ҡулды тартып алабыҙ. Яңылыш ҡына бармаҡты ҡырҡһаҡ та, мәҫәлән, картуф әрсегән ваҡытта, тиҙ генә бысаҡты ташлап,  яраны бәйләп ҡуйырға ашығабыҙ.

Иләү
Ауыртыуҙы белмәй торған малай хаҡында
Иләү

Кешенең тәне иҫ киткес күп күҙәнәктәрҙән тора һәм улар һәр ваҡыт үҙ-ара бәйләнештә.Бының өсөн уларҙың махсус каналдары бар. Ана шул каналдар аша беҙ эҫене һәм һалҡынды, сәскәләрҙең хуш еҫен, яратҡан аҙығыбыҙҙың тәмен һәм ауыртыуҙы тоябыҙ. Әгәр ҙә күҙәнәккә тәъҫир итһәң, мәҫәлән, бармағыңды ҡырҡһаң, каналдың төҙөлөшө боҙола һәм нерв күҙәнәктәренә электр импульстары ебәрелә. Улар арҡа мейеһенә барып етә һәм унан мускулдарға:“Ҡулыңды тартып ал!”- тигән команда ебәрелә. 

Ә ауыртыуҙы тоймаһаң нимә булыр ине? Гөлнур Яҡупова апай ижад иткән әкиәтте тыңлағас белерһегеҙ, бәләкәстәр.

Илһам бирсен очрашулар!
Илһам бирсен очрашулар!
Иләү
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Иләү
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Иләү