Ҡоймаҡ ни өсөн тишекле?

Ҡоймаҡ ни өсөн тишекле ?

Иләү
Ҡоймаҡ ни өсөн тишекле?
Иләү

Сөнки ҡоймаҡҡа сүпрә ҡушалар. Ә нимә ул сүпрә? Сүпрә – ул бәләкәй генә бәшмәк. Тәбиғәттә сүпрәне күберәк шәрбәтле емештәрҙә һәм еләктәрҙә осратырға була. Бөтә төр сүпрәләр ҙә “татлытамаҡ”. Шулай уҡ сәскә, ҡайын һуты, үҫемлектәрҙең һутлы өлөштәре лә уларҙың яратҡан урыны.

Сүпрә витаминдарға бай һәм күп дауалау сифаттарына эйә . Унда В, Д витаминдары, углеводтар, аҡһымдар, файҙалы майҙар, хром һәм селен күп.

Сүпрәләр төрлө-төрлө була. Мәҫәлән, ҡоймаҡ, икмәк бешергәндә икмәк бешерә торғандарын ҡулланалар. Ул әсей һәм углекистый газ тулған бик күп ҡыуыҡтар барлыҡҡа килтерә. Һәм улар ҡамырҙы ҡабарырға мәжбүр итә. Шуның өсөн икмәк йомшаҡ ҡына булып ҡабарып тора, ә ҡоймаҡ тишекле була.

Беҙ бөгөн “Атаһын тоҙ кеүек яратҡан ҡыҙ” тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ. Әкиәтте Гөлназ Ҡолһарина уҡый.

Сөенечләр уртак булсын!
Сөенечләр уртак булсын!
Иләү
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Иләү
Брендтар һәм кооперация
Брендтар һәм кооперация
Иләү