Бына тағы ла яңы уҡыу йылы башланды. Йәйге ялдан һуң мәктәп ишектәре яңынан асылды. Балалар йәй буйына ял итеп, яңы көс йыйып, тағы белем алырға килде. Шулай уҡ бик күп малайҙар һәм ҡыҙҙар тәүге мәртәбә мәктәп ишеген асып инде – 1 класҡа барҙы. Беҙ уларҙы ошо ҙур ваҡиға менән ҡотлайбыҙ!
“Иләү”, “Сәңгелдәк” тапшырыуҙарының шәп алып барыусылары, минең ярҙамсыларым Азалия Хисмәтуллина, Арыҫлан Ҡырымсурин һәм Искәндәр Йосопов та уҡыусы булып китте.
А.б. Бөгөн мин Азалияны, Искәндәрҙе һәм Арыҫланды “Иләү”гә ҡунаҡҡа саҡырҙым.