Сөскөрөү – кешенең һаҡланыу рефлексы. Хайуандар ҙа сөскөрә. Кешеләр һәм хайуандар танауына ингән саң бөртөгөнән, тын алырға ҡамасаулаған төрлө матдәләрҙән арыныу өсөн сөскөрә. Беҙ сөскөргән саҡта 100 000 яҡын микроб осоп сыға. Шуның өсөн сөскөргәндә ауыҙҙы ҡулъяулыҡ, йә усың менән ҡапларға кәрәк.
Тымау тейгәндә лә бик йыш сөскөртә. Беҙ шулай итеп зыянлы микробтарҙан ҡотолабыҙ. Сөскөргән ваҡытта танау эсе лайланан, кәрәкмәгән зыянлы матдәләрҙән таҙара. Ә күҙәнәктәрҙе кислород менән байый. Сөскөрөү – бик файҙалы ул.
Беҙ бөгөн "Иң тәмле нимә?" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ. Әкиәтте Зилә Дибаева уҡый.