Иләү

Йәшәгән, ти, Искәндәр исемле бер малай. Бик аҡыллы, тырыш  булған ул. Әлбиттә, шаярып алырға ла яратҡан, уның йәшендә кем шаярмаҫ.  “Иләү”ҙә һәм “Сәңгелдәк”тә алып барыусы булып “эшләгән” . Тик бына сәғәт ҡарарға белмәгән. Әле лә телевизорҙан “Тамыр”ҙың  яңы йыл әкиәте  башланғанын көтөп йөрөгән. "Уф, ни өсөн көткәндә ваҡыт әкрен үтә икән? Ә ҡайһы саҡ ныҡ тиҙ үтә. Тышҡа уйнарға сыҡһаң, биш минуттан әсәй кире инергә ҡуша. Әллә нисә сәғәт уйнаның бит инде, ти", - тип аптыраған. Әсәһе уға әкиәт башланғансы ҡарай тор, тип  итальян балалар яҙыусыһы Джанни Родари ижад иткән "Билдәһеҙ самолет" тигән китапты биргән. Артабан нимә булғанын әкиәтте тыңлағас белерһегеҙ, бәләкәс дуҫтарым.
26 дек, 10:40

ЭФИРҘА ҮТКӘН ТАПШЫРЫУҘАР