Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – International Women’s Day

Туҡһан дүртенсе дәрес

Фото №1 - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – International Women’s Day

Lesson Ninety Four

 

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – International Women’s Day

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Бөгөн Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 март байрамы тураһында һөйләшәбеҙ.  

 

Дәресте башлайбыҙ. Инглизсә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – International Women’s Day, ә 8 март – the 8th of March.  

 

Артабан темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Байрам – Holiday

Байрамса табын – Holiday dinner

Байрам итергә – to celebrate

Бүләк бирергә – to give present / gift

Сәскәләр һатып алырға – to buy flowers

Әсәйгә ярҙам итергә – to help mother

Торт бешерергә – to make a cake,

Табын әҙерләргә – to lay the table

Һауыт-һаба йыуырға – to wash dishes

Матур кейенергә – to be well dressed

Ҡунаҡтар саҡырырға – to invite guests

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Һәр ғаилә был яҙ байрамын билдәләй. Иртән ир-егеттәр магазин йәки баҙарҙарға барып сәскә һатып ала. Улар фатирҙы йыйыштыра һәм ҡатын-ҡыҙҙарға байрамса табын әҙерләшергә ярҙам итә – Each family celebrates this spring holiday. In the morning men go to the shops or markets to buy some flowers. They try to clean flats and help women to cook a holiday dinner.

Улдар һәм ҡыҙҙар әсәләренә шулай уҡ ярҙам итә. Улар торт бешерә, табын әҙерләшә һәм байрам ҡоронан һуң һауыт-һабаны йыуа. Ғаиләлә бөтәһе лә был көндә матур кейенергә тырыша – Sons and daughters help their mothers too: they make a cake, lay the table and wash dishes after holiday dinner. All the members of the families try to be well dressed on this day.

Англияла ла ошоға оҡшаш байрам бар. Ул Әсәләр көнө тип атала һәм шулай уҡ яҙын билдәләнә. Улдар һәм ҡыҙҙары был көндә әсәләренә килә һәм бүләктәр бирә – There is almost the same holiday in England. It is called Mothers’ Day and celebrated also in spring. Sons and daughters come and give gifts to their mothers on this day.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Улдар һәм ҡыҙҙар әсәләренә шулай уҡ ярҙам итә. Улар торт бешерә, табын әҙерләшә һәм байрам ҡоронан һуң һауыт-һабаны йыуа. Ғаиләлә бөтәһе лә был көндә матур кейенергә тырыша. 2. Англияла ла ошоға оҡшаш байрам бар. Ул Әсәләр көнө тип атала һәм шулай уҡ яҙын билдәләнә. Улдар һәм ҡыҙҙары был көндә әсәләренә килә һәм бүләктәр бирә. 3. Һәр ғаилә был яҙ байрамын билдәләй. Иртән ир-егеттәр магазин йәки баҙарҙарға барып сәскә һатып ала. Улар фатирҙы йыйыштыра һәм ҡатын-ҡыҙҙарға байрамса табын әҙерләшергә ярҙам итә.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

The 8th of March

There are many holidays in our country, the 8th of March is one of them. It is a happy and nice holiday. It is a good tradition in our country to give presents and flowers to women on this day. Each family celebrates this spring holiday. In the morning men go to the shops or markets to buy some flowers. They try to clean flats and help women to cook a holiday dinner.

Sons and daughters help their mothers too: they make a cake, lay the table and wash dishes after holiday dinner. All the members of the families try to be well dressed on this day. Some families celebrate the 8th of March going to the theatres and concerts. They buy tickets beforehand. Others prefer to invite guests and stay at home.

There is almost the same holiday in England. It is called Mothers’ Day and celebrated also in spring. Sons and daughters come and give gifts to their mothers on this day. If it is not possible to see a mother, one can send presents and cards to her. Flowers and cakes are the traditional gifts for all mothers in England. All women try to be nice and happy on this day.

 

Зариф Байғусҡаров: Закондар эшләргә тейеш
Зариф Байғусҡаров: Закондар эшләргә тейеш
Инглизәр
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Инглизәр
Стәрлетамаҡ рус дәүләт театры актеры Артур Ишмөхәмәтов
Инглизәр
Пенальти
Уфиская волна