Choosing a Career. Teacher – Һөнәр һайлау. Уҡытыусы

Туҡһан бишенсе дәрес

Lesson Ninety Five

 

Choosing a Career. Teacher – Һөнәр һайлау. Уҡытыусы

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Алдағы бер нисә дәрестә төрлө һөнәр эйәләре тураһында һөйләшергә иҫәп тотабыҙ. Бөгөнгө тема уҡытыусы эшмәкәрлегенә арнала.    

 

Дәресте башлайбыҙ. Инглизсә Уҡытыусы – Teacher. Мәктәп – School.

Башланғыс мәктәп – Primary school  

Урта мәктәп – Secondary school

Класс бүлмәһе – Classroom

Класс етәксеһе – Class teacher

Класс журналы – Register

Уҡытыусылар штаты – Teaching staff

Уҡытыусылар бүлмәһе – Staff room

Уҡытыу – Teaching

Балаларға белем биреү – to teach

Дәрес – Lesson / Class

Дәресте башларға – to begin / start the lesson

Уҡыусы – Pupil

Уҡытыу программаһы – Curriculum

Теманы аңлатырға – to explain the subject

Хатаны төҙәтергә – to correct a mistake

Билдә ҡуйырға – to give a mark

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Беҙҙең класта ҡайһы бер уҡыусылар педагогия университетына уҡырға инергә һәм мәктәптә уҡытыусы булырға теләй. Мин дә уҡыу йортон тамамлағас, урта мәктәптә белем бирә башлаясаҡмын – Some pupils in our form want to enter the Teacher Training University and to become teachers at school. When I finish my studies, I'll begin teaching in a secondary school.

Уҡытыу – бөйөк һөнәр. Хәҙерге заманда бөтә белгестәргә лә эштәрендә сит телдәр белергә кәрәк. Мин уҡыусыларымды инглиз китаптарын төп нөсхәһендә уҡырға өйрәтергә теләйем – Teaching is a noble profession. In modern times all kinds of specialists need foreign languages in their work. I want to teach my pupils to read English books in the original.

Уҡытыусы һөнәре төплө аҡыл һәм балаларға ҡарата түҙемлек талап итә. Миңенсә балаларҙы уҡытҡан кешеләргә үҙҙәренә лә белем алыу өсөн күберәк ваҡыт кәрәк һәм уларға лайыҡлы түләнергә тейеш – The profession of a teacher demands a great erudition and a great patience to children. I believe that people, who teach children, must have more time for self-education and must be paid well.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә табип һөнәре менән танышырбыҙ.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Уҡытыу – бөйөк һөнәр. Хәҙерге заманда бөтә белгестәргә лә эштәрендә сит телдәр белергә кәрәк. Мин уҡыусыларымды инглиз китаптарын төп нөсхәһендә уҡырға өйрәтергә теләйем. 2. Уҡытыусы һөнәре төплө аҡыл һәм балаларға ҡарата түҙемлек талап итә. Миңенсә балаларҙы уҡытҡан кешеләргә үҙҙәренә лә белем алыу өсөн күберәк ваҡыт кәрәк һәм уларға лайыҡлы түләнергә тейеш. 3 Беҙҙең класта ҡайһы бер уҡыусылар педагогия университетына уҡырға инергә һәм мәктәптә уҡытыусы булырға теләй. Мин дә уҡыу йортон тамамлағас, урта мәктәптә белем бирә башлаясаҡмын.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Choosing a Career. Teacher.

Let me introduce myself. My name is Masha. I have finished school this year. It is my dream to become a student of the English department. I want to study English, German and maybe French.

Some pupils in our form want to enter the Teacher Training University and to become teachers at school. When I finish my studies, I'll begin teaching in a secondary school. I think I'll enjoy the work greatly. Teaching is a noble profession. In modern times all kinds of specialists need foreign languages in their work — teachers, doctors, engineers and people in many other professions. If a specialist doesn't know a foreign language he can't use all the foreign books which he needs in his work. I want to teach my pupils to read English books in the original, so they won't depend on translations.

The profession of a teacher demands a great erudition and a great patience to children. I believe that people, who teach children, must have more time for self-education and must be paid well.

 

Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Инглизәр
Эксперт: Коронавирустан вакцина ҡотҡарасаҡ
Эксперт: Коронавирустан вакцина ҡотҡарасаҡ
Инглизәр
2021. Маҡсаттар һәм бурыстар. Хөкүмәт кәңәшмәһе
2021. Маҡсаттар һәм бурыстар. Хөкүмәт кәңәшмәһе
Инглизәр