Business – Эшҡыуарлыҡ

Туҡһан туғыҙынсы дәрес

Фото №1 - Business – Эшҡыуарлыҡ

Lesson Ninety Nine

 

Business – Эшҡыуарлыҡ

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ. Был аҙнала бизнес һәм  эшҡыуарлыҡ тураһында һөйләшәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Бөгөн бизнесҡа бәйле ҡайһы бер һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәбеҙ.

Сауҙа – Trade

Тауар – Goods

Хеҙмәт – Service

Бизнес башларға – to launch a business

Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт – Limited liability company

Партнерлыҡ – Partnership

Шәхси эшҡыуарлыҡ – Sole proprietor

Юридик шәхес – Legal entity

Бөлгөнлөк – Bankruptcy

Бурыстарҙы ҡайтарырға – to reimburse the debts

Актив – Asset

Инвестиция – Investment

Килем – Profit

Юғалтыу – Loss

 

Хәҙер темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Бизнес менән уңышлы шөғөлләнер өсөн айырым холоҡ һыҙаттарына эйә булырға кәрәк. Мәҫәлән, эшһөйәр, аҡыллы, сос һәм тәүәккәл булыу шарт – To be successful in business one should have special character traits, for example, to be hard-working, clever, energetic and even adventurous.

Төрлө илдәрҙә легаль бизнес алып барыуҙың төрлө закондары бар. Ғәҙәттә яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, партнерлыҡ һәм шәхси эшҡыуарҙар була – Different countries have different laws about legal types of businesses. Usually they are a limited liability company, a partnership and a sole proprietor.

Шәхси эшҡыуарҙар йәки партнерҙар юридик шәхес һаналмай. Бөлгөнлөккә тарыған осраҡта, улар активтарын һәм барлыҡ милкен дә һатып бурыстарын ҡайтарырға тейеш. Бында йорттар, автомобилдәр, аҡса һәм башҡалары инә – Sole proprietors or partners do not form a legal entity. In case of their bankruptcy they reimburse the debts not only with their assets but also with their own belongings. It includes houses, cars, money, etc.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә лә бизнес теманы дауам итербеҙ.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Төрлө илдәрҙә легаль бизнес алып барыуҙың төрлө закондары бар. Ғәҙәттә яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, партнерлыҡ һәм шәхси эшҡыуарҙар була. 2. Шәхси эшҡыуарҙар йәки партнерҙар юридик шәхес һаналмай. Бөлгөнлөккө тарыған осраҡта, улар активтарын һәм барлыҡ милкен дә һатып бурыстарын ҡайтарырға тейеш. Бында йорттар, автомобилдәр, аҡса һәм башҡалары инә. 3. Бизнес менән уңышлы шөғөлләнер өсөн айырым холоҡ һыҙаттарына эйә булырға кәрәк. Мәҫәлән, эшһөйәр, аҡыллы, сос һәм тәүәккәл булыу шарт.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Business is an organization which involves the trade of goods and services. Every day thousands of people start their own business. To be successful in business one should have special character traits, for example, to be hard-working, clever, energetic and even adventurous. If a person wishes to launch a new business he or she has to take some preparatory steps. The first one is the selection of a legal form. Different countries have different laws about legal types of businesses. Usually they are a limited liability company, a partnership and a sole proprietor. These forms of business slightly differ. The limited liability company is a legal entity. In case of a bankruptcy it has to reimburse its debts with all its assets. Sole proprietors or partners do not form a legal entity. In case of their bankruptcy they reimburse the debts not only with their assets but also with their own belongings. It includes houses, cars, money, etc. That’s why the majority of businessmen prefer to set up the limited liability companies. The second step is the preparation of certain documents. The third step includes initial investments and the appointment of a director. Every new business has to be registered with the official company register. Business should mainly bring profit. However, the founders sometimes don’t have enough experience and make many mistakes. This leads to losses instead of profit. 

Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Инглизәр
Эксперт: Коронавирустан вакцина ҡотҡарасаҡ
Эксперт: Коронавирустан вакцина ҡотҡарасаҡ
Инглизәр
Өфө ҡалаһы хәкимиәтенең матбуғат бүлеге етәксеһе Марсель ильдар улы Байдәүләтов һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы матбуғат хеҙмәткәре Линар Зиннуров Юлдашта эфирҙа.
Өфө ҡалаһы хәкимиәтенең матбуғат бүлеге етәксеһе Марсель ильдар улы Байдәүләтов һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы матбуғат хеҙмәткәре Линар Зиннуров Юлдашта эфирҙа.
Инглизәр
Уфиская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии