Sports and healthy lifestyle – Спорт һәм сәләмәт тормош

Йөҙ ҙә дүртенсе дәрес

Фото №1 - Sports and healthy lifestyle – Спорт һәм сәләмәт тормош

Lesson One Hundred Four

 

Sports and healthy lifestyle – Спорт һәм сәләмәт тормош

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр үҙләштерәбәҙ. Бөгөн спорт һәм сәләмәт тормош тураһында һөйләшәбеҙ.  

 

Дәресте башлайбыҙ. Темаға бәйле бер нисә һүҙ һәм һүҙбәйләнеш үҙләштерәйек.

Спорт менән шөғөлләнергә – to go in for sports

Сәләмәт тормош алып барыу – to lead a healthy lifestyle

Диета тоторға – to follow a diet

Һаулыҡ өсөн зарарлы ризыҡ, фаст-фуд - Junk food

Ябығырға – to lose weight

Яҡшы физик хәлдә булырға – to keep fit

Һимеҙ кешеләр – Overweight people

Насар ғәҙәт – Bad habit

Тәнде сыныҡтырырға – to caseharden the constitution

Рухты сыныҡтырырға – to caseharden the spirit

Йүгерергә – to go for a run

 

Хәҙер темаға бәйле һөйләмдәр үҙләштерәйек.

Спорт менән шөғөлләнгән, сәләмәт тормош алып барған, диета тотҡан һәм тән ауырлығын күҙәткән кешеләр тормошто күберәк ярата һәм ауырыуҙарға бирешмәй – Those people who go in for sports, lead a healthy lifestyle, follow a diet and control their weight tend to be more cheerful and are less susceptible to diseases.

Шул уҡ ваҡытта физик эшмәкәрлек менән шөғөлләнмәгән һәм һаулыҡ өсөн зарарлы ризыҡ ашаған кешеләр һимереүгә дусар була һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына бирешеп бара – On the other hand, those people who don't participate in any physical activity and prefer junk food tend to be subjected to obesity and are at risk of heart and vascular diseases.

Шуныһын да билдәләргә кәрәк, сәләмәт тормош яҡлылар компьютер уйындарына бирелгән кешеләр кеүек алкоголизм, наркотиктар һәм башҡа насар ғәҙәттәргә аҙыраҡ дусар була – It is necessary to mention that supporters of healthy life style are also at much less risk of getting involved in drinking alcohol, taking drugs and other bad habits than those who are addicted to computer games, instead.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Спорт менән шөғөлләнгән, сәләмәт тормош алып барған, диета тотҡан һәм тән ауырлығын күҙәткән кешеләр тормошто күберәк ярата һәм ауырыуҙарға бирешмәй. 2. Шул уҡ ваҡытта физик эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән һәм һаулыҡ өсөн зарарлы ризыҡ ашаған кешеләр һимереүгә дусар була һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына бирешеп бара. 3. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, сәләмәт тормош яҡлылар компьютер уйындарына бирелгән кешеләр кеүек алкоголизм, наркотиктар һәм башҡа насар ғәҙәттәргә аҙыраҡ дусар була.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Sports and healthy lifestyle      

Sport plays an important role in the life of teenagers. Those people who go in for sports, lead a healthy lifestyle, follow a diet and control their weight tend to be more cheerful and are less susceptible to diseases. On the other hand, those people who don't participate in any physical activity and prefer junk food tend to be subjected to obesity and are at risk of heart and vascular diseases. As a matter of fact, the problem of obesity is one of the most pressing in the modern world. Today more and more teenagers are becoming overweight. One solution that can be put forward is doing sports, which can help teens not only to lose excessive weight and to stay fit, but also to feel more vigorous and spirited throughout the day. Physical exercises are also the perfect way for emotional release. To improve school performance it is essential for school children to balance mental stimulation and physical activity. Besides, it is necessary to mention that supporters of healthy life style are also at much less risk of getting involved in drinking alcohol, taking drugs and other bad habits than those who are addicted to computer games, instead. In addition, sports develop the will for victory, as well as caseharden the constitution and the spirit. Sports also create opportunities to find congenial souls with common interests and values. That feeling that you are a part of the team can help to develop your leadership skills and to boost your self-esteem.

In conclusion, a healthy person doesn't smoke, eats healthy food and prefer doing sports to watching them.

 

Милли кейем закон менән яҡланамы?
Милли кейем закон менән яҡланамы?
Инглизәр
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Инглизәр
Эксперт: Коронавирустан вакцина ҡотҡарасаҡ
Эксперт: Коронавирустан вакцина ҡотҡарасаҡ
Инглизәр
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Телеканал БСТ в рамках программы «Счастливый час» запустил марафон «Счастливая женщина»