Customs and traditions – Йола һәм традициялар

Йөҙ ҙә бишенсе дәрес

Фото №1 - Customs and traditions – Йола һәм традициялар

Lesson One Hundred Five

 

Customs and traditions – Йола һәм традициялар

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр үҙләштерәбәҙ. Был юлы инглиз телле илдәр йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышабыҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Бөгөн Британия йолалары тураһында һөйләшәбеҙ. Инлизсә Йола, ғөрөф-ғәҙәт – Custom йәки Tradition. Башта темаға бәйле бер нисә һүҙ һәм һүҙбәйләнеш үҙләштерәйек.

Үҙенсәлекле йолалар – Unusual traditions

Ҡала һөрәнселәр бәйгеһе – Town Crier’s Rivalry |ˈrʌɪv(ə)lri|

Традицион халыҡ кейемдәре – Traditional ceremonial uniforms |sɛrɪˈməʊnɪəl| 

Көлкө көнө – April Fool’s Day

Ахмаҡлыҡ билдәһе – Symbol for daftness

Ҡыҙыҡлы бәйге – Interesting tournament |ˈtʊənəm(ə)nt|

Ретро-автомобилдәр сәйәхәте – Veteran Car Run |ˈvɛt(ə)r(ə)n|

Илдең тарихын сағылдырырға – to represent the history of the country

 

Хәҙер темаға бәйле һөйләмдәр үҙләштерәйек.

Баһалама ағзаларына иң көслө тауышты билдәләү өсөн, бәйгеселәрҙе бер-береһенән яҡынса 75 метр алыҫлыҡта урынлашҡан бәләкәй утрауҙарға алып баралар. Ошо бәләкәй утрауҙарҙан улар сират буйынса ҡысҡыралар һәм 150 һүҙҙән торған тексты уҡып ишеттерәләр – To enable the judges to determine who possesses the most powerful voice the competitors are rowed to a small island about 75 yards from them. From this little island they one by one make their cries and declaim a 150-word test piece.

Шотландияла апрелдә Көлкө көнөнөң боронғо атамаһы Кәкүк көнө. Бында кәкүк ҡошо ни өсөндөр ахмаҡлыҡ билдәһе һанала – In Scotland an old name for April Fool is April-cuckoo. For some reason the cuckoo is a symbol for daftness.

Ретро автомобилдәр парады йыл һайын ноябрҙә үткәрелә һәм Лондондан Брайтонға тиклем уҙа. Бер шарт бар – һәр автомобиль кәмендә 60 йылдан өлкәнерәк булырға тейеш. Лондон- Брайтон автосәйәхәте уҙыш түгел – The veteran cars are set out on the London-Brighton run each November. There is a condition — every car taking part must be at least 60 years old. The London-Brighton ride is not a race.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә америка йолалары менән таныштырабыҙ.  

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Ретро автомобилдәр парады йыл һайын ноябрҙә үткәрелә һәм Лондондан Брайтонға тиклем уҙа. Бер шарт бар – һәр автомобиль кәмендә 60 йылдан өлкәнерәк булырға тейеш. Лондон- Брайтон автосәйәхәте уҙыш түгел. 2. Баһалама ағзаларына иң көслө тауышты билдәләү өсөн, бәйгеселәрҙе бер-береһенән яҡынса 75 метр алыҫлыҡта урынлашҡан бәләкәй утрауҙарға алып баралар. Ошо бәләкәй утрауҙарҙан улар сират буйынса ҡысҡыралар һәм 150 һүҙҙән торған тексты уҡып ишеттерәләр. 3. Шотландияла апрелдә Көлкө көнөнөң боронғо атамаһы Кәкүк көнө. Бында кәкүк ҡошо ни өсөндөр ахмаҡлыҡ билдәһе һанала.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

British Customs

There exist some very unusual traditions in Great Britain.

One of them is Town Crier’s Rivalry. Town criers from all parts of the country gather at Hastings, Sussex, in August for the National Town Crier’s Championship. For the contest they wear their traditional ceremonial uniforms and carry their handbells. A procession headed by the Hastings band marches to an arena where the Mayor, members of town council and civil officials greet them. To enable the judges to determine who possesses the most powerful voice the competitors are rowed to a small island about 75 yards from them. From this little island they one by one make their cries and declaim a 150-word test piece.

Another curious tradition reminds us of our country. Fun and jokes are very common on April Fool’s Day. In Scotland an old name for April Fool is April-cuckoo. For some reason the cuckoo is a symbol for daftness. The return of the cuckoo and the arrival of spring are connected with all this fooling.

Still another interesting tournament is the Veteran Car Run. The veteran cars are set out on the London — Brighton run each November. There is a condition — every car taking part must be at least 60 years old. The London — Brighton ride is not a race. Participants are limited to a maximum average speed of 20 miles per hour. At 8 o’clock comes the “Off”. The main things in this tournament are the cars that represent the history of the country.

 

Зариф Байғусҡаров: Закондар эшләргә тейеш
Зариф Байғусҡаров: Закондар эшләргә тейеш
Инглизәр
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Инглизәр
Стәрлетамаҡ рус дәүләт театры актеры Артур Ишмөхәмәтов
Инглизәр
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Уфиская волна