Superstitions – Ырым-ышаныуҙар

Йөҙ ҙә етенсе дәрес

Фото №1 - Superstitions – Ырым-ышаныуҙар

Lesson One Hundred Seven

 

Superstitions – Ырым-ышаныуҙар

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр үҙләштерәбәҙ. Инглиз телле илдәр йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышабыҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Бөгөн Британия халҡы ышанған ырымдар тураһында һөйләшәбеҙ. Башта темаға бәйле бер нисә һүҙ һәм һүҙбәйләнеш үҙләштерәйек.

Ырым – Superstition

Бәхетһеҙлек – Misfortune

Ҡулсатырҙы өйҙә асырға – to open an umbrella in the house

Баҫҡыс аҫтынан үтергә – to walk under a ladder

Бармаҡтарҙы бөгөргә – to cross one’s finger

Көҙгөнө ярырға – to break a mirror

Уңыш өсөн ағасҡа һуғырға – to touch wood for luck

 

Хәҙер темаға бәйле һөйләмдәр үҙләштерәйек.

Британияла ырымдар бигерәк күп. Әммә улар араһында иң киң таралғаны – йортта ҡулсатырҙы асыу уңышһыҙлыҡҡа килтерә. Уны асҡан кешегә бәхетһеҙлек була һәм уның йортонан ҡот китәсәк – There are many superstitions in Britain. But one of the most widely-held is that it is unlucky to open an umbrella in the house. It will either bring misfortune to the person that opened it or to the household.

Баҫҡыс аҫтынан үтеү уңышһыҙлыҡҡа була. Әгәр һиңә баҫҡыс аҫтынан үтергә кәрәк икән, бармаҡтарҙы бөгөргә һәм эт күргәнсе шул рәүешле йөрөп бәхетһеҙлектән ҡотолорға була – It is very unlucky to walk under a ladder. If you must pass under a ladder you can avoid bad luck by crossing your finger and keeping them crossed until you have seen a dog.

Көҙгөнө ярыу – иң ҙур уңышһыҙлыҡҡа килтерә. Һиңә ете йыллыҡ бәхетһеҙлек була – The worst misfortune that can befall you is breaking a mirror. That will bring you seven years of bad luck.

Уңыш өсөн ағасҡа шаҡылдау тигән ырым бар. Был ғәмәл ниндәйҙер хөрт һәм мәғәнәһеҙ эш эшләгәндә йәки әйткәндә йышыраҡ башҡарыла – There is a superstition of touching wood for luck. This measure is most often taken if you have said or done something wrong or stupid.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә.  

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Баҫҡыс аҫтынан үтеү уңышһыҙлыҡҡа була. Әгәр һиңә баҫҡыс аҫтынан үтергә кәрәк икән, бармаҡтарҙы бөгөргә һәм эт күргәнсе шул рәүешле йөрөп бәхетһеҙлектән ҡотолорға була. 2. Уңыш өсөн ағасҡа шаҡылдау тигән ырым бар. Был ғәмәл ниндәйҙер хөрт һәм мәғәнәһеҙ эш эшләгәндә йәки әйткәндә йышыраҡ башҡарыла. 3. Көҙгөнө ярыу – иң ҙур уңышһыҙлыҡҡа килтерә. Һиңә ете йыллыҡ бәхетһеҙлек була. 4. Британияла ырымдар бигерәк күп. Әммә улар араһында иң киң таралғаны – йортта ҡулсатырҙы асыу уңышһыҙлыҡҡа килтерә. Уны асҡан кешегә бәхетһеҙлек була һәм уның йортонан ҡот китәсәк.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

The Superstitions in Britain

There are many superstitions in Britain. But one of the most widely-held is that it is unlucky to open an umbrella in the house. It will either bring misfortune to the person that opened it or to the household. The person who opens an umbrella in fine weather is very unpopular. It is very unlucky to walk under a ladder. If you must pass under a ladder you can avoid bad luck by crossing your finger and keeping them crossed until you have seen a dog.

The number 13 is said to be unlucky for some. And when the 13th day of the month falls on a Friday, many of the people prefer to stay at home.

The worst misfortune that can befall you is breaking a mirror. That will bring you seven years of bad luck. This superstition is supposed to have originated in ancient times, because mirrors were considered to be tools of the gods.

And at last there is a superstition of touching wood for luck. This measure is most often taken if you have said or done something wrong or stupid.

 

 

 

Зариф Байғусҡаров: Закондар эшләргә тейеш
Зариф Байғусҡаров: Закондар эшләргә тейеш
Инглизәр
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Инглизәр
Стәрлетамаҡ рус дәүләт театры актеры Артур Ишмөхәмәтов
Инглизәр
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти