Space Exploration – Йыһанды өйрәнеү

Йөҙ ҙә һигеҙенсе дәрес

Фото №1 - Space Exploration – Йыһанды өйрәнеү

Lesson One Hundred Eight

 

Space Exploration – Йыһанды өйрәнеү

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр үҙләштерәбәҙ. Киләһе дәрестәрҙә йыһан менән яҡындан танышабыҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Инглизсә Йыһан – Space. Ә Йыһанды өйрәнеү – Space Exploration. Артабан темаға бәйле һүҙ һәм һүҙбәйләнештәр үҙләштерәйек.

Йыһангир (космонавт) – Cosmonaut / Astronaut |ˈkɒzmənɔːt| / |ˈastrənɔːt|

Гравитация – Gravitation |ɡravɪˈteɪʃ(ə)n| 

Йыһан карабы – Spaceship

Ер шары тирәләй әйләнеп сығырға – to orbit the Earth |ˈɔːbɪt|

Яһалма юлдаш (спутник) – Satellite |ˈsatəlʌɪt|

Йыһан лабораторияһы – Space laboratory |ləˈbɒrəˌt(ə)ri| 

Йыһанға осоу программаһы – Space flight programme

Йыһанды өйрәнеүгә сығымдарҙы кәметергә – to reduce expenditure on space |ɪkˈspɛndɪtʃə|

 

Хәҙер темаға бәйле һөйләмдәр өйрәнәйек.

Кешелеклек һәр ваҡыт гравитацияны еңергә һәм башҡа планеталарға сәйәхәт итергә хыялланған. Әммә 1960-сы йылдарҙа ғына был хыял тормошҡа ашҡан – Mankind always dreamed of overcoming gravitation and reaching other planets. But it was only in the 1960ies that this dream was to become reality.

Гравитацияны еңгән һәм Ер шары тирәләй әйләнеп сыҡҡан тәүге кеше Юрий Гагарин булған. Был көн кешелеклек тарихына йыһан дәүерен асҡан күренекле ҡаҙаныш булып  инеп ҡалған – The first man to overcome gravitation and orbit the Earth was Yuri Gagarin. This day went down in history of mankind as an outstanding achievement, opening the space era.

Советтар Союзындағы “Луноход”, “Союз” автоматик орбиталь станцияһы һәм башҡа йыһан лабораториялары космосты өйрәнеүҙә яңы дәүерҙе асҡан. Тәүге эксперименттарҙан алып ғалимдар йыһанды даими өйрәнеп килгән – The Soviet "Lunokhod", automatic orbital stations "Soyuz" and other space laboratories opened up a new period of space exploration. From the first experiments scientists went over to systematic exploration of space.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә лә йыһан темаһын дауам итербеҙ.  

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Советтар Союзындағы “Луноход”, Союз автоматик орбиталь станцияһы һәм башҡа йыһан лабораториялары космосты өйрәнеүҙә яңы дәүерҙе асҡан. Тәүге эксперименттарҙан алып ғалимдар йыһанды даими өйрәнеп килгән. 2. Кешелеклек һәр ваҡыт гравитацияны еңергә һәм башҡа планеталарға сәйәхәт итергә хыялланған. Әммә 1960-сы йылдарҙа ғына был хыял тормошҡа ашҡан. 3. Гравитацияны еңгән һәм Ер шары тирәләй әйләнеп сыҡҡан тәүге кеше Юрий Гагарин булған. Был көн кешелеклек тарихына йыһан дәүерен асҡан күренекле ҡаҙаныш булып  инеп ҡалған.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Space Exploration

Mankind always dreamed of overcoming gravitation and reaching other planets. But it was only in the 1960ies that this dream was to become reality.

On the 12th of April 1961 the spaceship "Vostok" was launched into space with a man on board and after orbiting our planet successfully returned to the Earth. The first man to overcome gravitation and orbit the Earth was Yuri Gagarin. This day went down in history of mankind as an outstanding achievement, opening the space era. In the course of space exploration there have been lots of achievements of world science and technology. This period saw the launching of many earth satellites, numerous space laboratories. Among the achievements we may enumerate the landing of automatic stations on the Moon, the flights of space laboratories towards the Venus and Mars.

These are the years of manned space flight programmes: Valentina Tereshkova was the first woman-cosmonaut to make a space flight, A. A. Leonov achieved the first "space walk" in 1965, the first Soviet experimental station with four cosmonauts on board went into orbit, the first American expedition landed on the Moon.

The Soviet "Lunokhod", automatic orbital stations "Soyuz" and other space laboratories opened up a new period of space exploration. From the first experiments scientists went over to systematic exploration of space.

Recently there have been calls to reduce expenditure on space research programmes. I think it would be a serious mistake to allow this to happen. There is a direct link between the development of space research programmes and different earth technologies. The higher the former are the more developed the latter are.

 

Зариф Байғусҡаров: Закондар эшләргә тейеш
Зариф Байғусҡаров: Закондар эшләргә тейеш
Инглизәр
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Инглизәр
Стәрлетамаҡ рус дәүләт театры актеры Артур Ишмөхәмәтов
Инглизәр
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Уфиская волна