5 октябрь – Бөтә донъя уҡытыусылар көнө. Һуңғы осорҙа был һөнәр эйәләре иңенә ҙур һынау төштө. Уҡытыусыларыбыҙ видеобәйләнеш, социаль селтәрҙәр, хатта вацап аша уҡытыуға күсте. Хәҙер бына бирсәткәләр кейеп дәфтәр тикшерә. Тормош сәскәләрен аҡылға өйрәткән, белем еткергән уҡытыусыларға сәләмәтлек һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Хәйерле сәғәттә, һеҙҙең менән “Көн тарихы” рубрикаһы һәм Айбулат Сәсәнбаев.