12 октябрь – Башҡортостандың дәүләт гербы һәм гимны көнө. Был символдар 1993 йылдың тап ошо көнөндә ҡабул ителә. Республика гербына конкурс иғлан ителгәс, уға 40 төрлө вариант ебәрелә, әммә Юғары Совет депутаттары береһен дә оҡшатмай. Шул саҡта герб яһау эшен “Китап” нәшриәте рәссамы Фәзлетдин Ислаховҡа тапшыралар.Ул был бурысты атҡарып сыға. Ә гимндың көйө итеп композитор Фәрит Иҙрисовтың “Республика” тип аталған композицияһы һайлана. Көй табалар, ә һүҙҙәрен юҡ. 2008 йылға тиклем гимн телһеҙ була. Рауил Бикбаев менән Рәшит Шәкүр шиғыр яҙғанын көтә ул.
Мин дә телһеҙ ҡалмайым әле, артабанғы “Көн тарихын” тыңлағыҙ. Хәйерле сәғәттә, һеҙҙең менән Айбулат Сәсәнбаев.