Һауа бысраныуҙан Сибай халҡына ярҙам күрһәткән табиптарҙы бүләкләнеләр. Экологик хәл ҡатмарлашҡас был ҡалаға республика дауаханаларынан табиптар бридаһы ебәрелде. Токсиколог, педиатр, офтальмолог, терапевт, аллерголог һәм башҡа белгестәр халыҡты ҡабул итте. Бөгөн уларҙың бер төркөмө Радий Хәбиров ҡулынан бүләктәр алды. Республика балалар клиник дауаханаһының мәғлүмәт-статистика бүлеге мөдире Марсель Ғәзизовҡа Башҡортостан етәксеһенең Рәхмәт хаты тапшырылды
Республика дауаханаларынан табиптар төркөмө Сибайҙа 15 ғинуарҙан 22 мартҡа тиклем эшләне.