Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә ошо һанды атаны.
“Юл эксперты” ҡушымтаһы ярҙамында 40 мең самаһы соҡор асыҡланған. Эштәр графикка ярашлы алып барыла. Өфө, Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалалары йыллыҡ планды үтәгән. Соҡорҙарҙы ямау 15 июндә тамамлана. Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, 1 июндә Башҡортостан юлдарында капиталь ремонт башлана. Ул 15 ноябргә тиклем дауам итә.