Оло Теләк, яна йөрәк

Бөгөн Рәсәйҙәге иң ҙур тимер юл фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. 1989-сы йылдың 4 июндә Транс-Себер магистраленең 1710-сы километрында көслө шартлау була. Ҡапма-ҡаршы килгән 211-се “Новосибирск-Адлер” һәм 212-се “Адлер-Новосибирск” пассажирҙар поезы бәрелешә. Унда 1284 кеше, шул иҫәптән 383 бала була. 11 вагон тимер юлынан сығып оса, ете вагон тулыһынса яна.

Көнүҙәк
Оло Теләк, яна йөрәк
Көнүҙәк

Бөгөн фажиғә булған урында матәм митингы үтте. Унда Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул стелаға сәскәләр һалды.

“Һәләк булғандарҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлауығыҙ өсөн рәхмәт”, - тине Оло-Теләк фажиғәһендә зыян күреүселәр берләшмәһе етәксеһе Виктор Храмов.

Һәләкәттә үлгән кешеләрҙең туғандары Хәтер китабы сығарыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һораны.

“Ул ваҡытта беҙ Башҡорт дәүләт университеты студенттары инек. Оло-Теләк фажиғәһе күңелгә ауыр хәтирәләр һалды”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Оло-Теләк ваҡиға шаһиттары Мадриль Ғафуров һәм Нурлығаян Ғиндуллин ул көндө күҙ йәштәре менән иҫкә ала.

Оло-Теләк фажиғәһенән һуң Башҡортостанға бөтә Советтар Союзы, хатта сит илдәр ярҙам итә. Кешеләрҙе бәлә берләштерҙе, тип иҫкә ала ваҡиға шаһиттары. Рәсми мәғлүмәт буйынса, 575 кешенең ғүмере өҙөлә, күптәр инвалид булып ҡала.

Авария урынында йыл һайын матәм саралары үтә. Пассажир һәм йөк поездары тимер юлдың фажиғә булған өлөшөнән үткәндә, оҙон гудок бирә.

Көнүҙәк
Оло Теләк, яна йөрәк
Көнүҙәк
Илһам бирсен очрашулар!
Илһам бирсен очрашулар!
Көнүҙәк
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Көнүҙәк
Агролизинг. Кемгә отошло?
Агролизинг. Кемгә отошло?
Көнүҙәк