Өфө районы "Миловка паркы" торлаҡ комплексын төҙөүселәрҙең береһе тотолған. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөш компанияһының башҡарма директорына бер нисә статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Быға тиклем полиция ойошманың етәксеһен ҡулға алғайны. "Миловка паркы" торлаҡ комплексын төҙөүселәр 1 мең ярым кешенән йорт төҙөлөшө өсөн иғәнә йыйып ҡасҡан. Эшҡыуарҙар 2 миллиард һумдан ашыу аҡса үҙләштергән.