Баймаҡта яңы стадион һәм балалар өсөн "Кванториум" төҙөлә

Баймаҡ районында эш сәфәре менән республика етәксеһе Радий Хәбиров булды. Ул төҙөлөш барған объекттарҙы ҡараны. 17 йыл элек төҙөлә башлаған бинала Ғәҙел хөкөм бинаһын асыу планлаштырылған булған, 2005 йылда финанслау етешмәү сәбәплек эштәр туҡтап ҡалған. Хәҙер унда балалар ижады үҙәге, "Кванториум" асыу ниәтләнә. Республика етәксеһе тейешле сумма бүленәсәк, тине. Объект киләһе йылда асыла. "Труд" стадионында иһә төҙөлөш 6 йыл элек башланған. Халыҡтың мөрәжәғәте "Инцидент" системаһында ла теркәлгән. Радий Хәбиров төҙөлөштө тамамлау өсөн аҡса бүлергә ҡушты, объект шулай уҡ киләһе йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Башҡорт теле көнө
Башҡорт теле көнө
Көнүҙәк
Ситтәр юҡ бында.
Ситтәр юҡ бында.
Көнүҙәк
Оператив кәңәшмә: ваҡ мәсьәләләр булмай
Оператив кәңәшмә: ваҡ мәсьәләләр булмай
Көнүҙәк