Урал аръяғында инвестиция һабантуйына әҙерләнәләр

Ул 21 июндә Сибай ҡалаһында башлана. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡатнашыусылар күп булмаҡсы. Әле 500-ҙән ашыу федераль һәм төбәк дәүләт ойошмаһы вәкилдәре, Рәсәй һәм сит ил эшҡыуарҙары сараға килеүҙәре тураһында хәбәр иткән. Инвестиция һабантуйының пленар өлөшө “Innoregion: барыһы ла эшләргә теләгән биләмәләр” тип атала. Унда эксперттар инвестиция эшмәкәрлеге, төбәккә инвестициялар йәлеп итеү, бизнес өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу тураһында фекер алыша. Уңайлы ҡала шарттары, экология, туризм үҫеше һәм транспорт инфраструктураһы хаҡында ла һөйләшеү буласаҡ. Үҙенсәлекле формат бизнес-форумды ысын байрамға әйләндерәсәк, ти ойоштороусылар. Ҡатнашыусылар Әбйәлил районында үтәсәк һабантуйға ҡушыла.

Бер нисә көн элек Башҡортостан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашты. Унда 82 миллиард һумға яҡын суммаға инвестиция килешеүҙәре төҙөлгән. Инвестиция проекттары меңдән ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә.

Илһам бирсен очрашулар!
Илһам бирсен очрашулар!
Көнүҙәк
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Көнүҙәк
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Көнүҙәк