Бөгөн Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе юл ремонты барышын тәнҡитләне. “Юл эксперты” программаһына дәғүәләр күп. Соҡорҙарҙы ямау - сәйәси бурыс, - тине Радий Хәбиров. Ул Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновҡа социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендәге мөрәжәғәттәрҙе ҡарарға һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты.