Вафат булғандарға квитанция килгән

Башҡортостанда халыҡтың өстән бер өлөшө генә сүп сығарған өсөн аҡсаһын түләй. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров “Интерфакс” агентлығына биргән интервьюһында белдерҙе. “Һәр реформа барышында ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Мәҫәлән, операторҙарҙың сүпте ваҡытында түкмәүе. Беҙ уларҙы саҡыртабыҙ. Ә улар беҙгә халыҡтың ваҡытында аҡса түләмәүе тураһында белдерә”, - тигән Башҡортостан етәксеһе.

Көнүҙәк
Вафат булғандарға квитанция килгән
Көнүҙәк

Радий Хәбиров әйтеүенсә, төбәк операторҙарында сүп түккән өсөн аҡса түләргә тейешле кешеләрҙең аныҡ исемлеге юҡ. Шуға ла вафат булған туғандарына ла квитанция алыусылар осрай. Ошо мәсьәлә буйынса беҙҙең редакцияға шылтыратыусылар бар. Бишбүләк районы Биҡҡол ауылынан Айҙар Абдуллин.

Республикалға сүп контейнерҙары алыу өсөн бер миллиард ярым һум аҡса кәрәк. “Башҡортостан яңы структура - Рәсәй экология операторы менән хеҙмәттәшлек итә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, уның генераль директоры Денис Бацуев Өфөлә булып киткән. “Сүп-сар эшкәртеү техникаһын лизингка алыу мөмкинлеге беҙҙең өсөн отошло. Заявка бирелгән, ҡарар ҡабул ителеүен көтәбеҙ, был техника беҙгә бик кәрәк, - тип билдәләгән Башҡортостан етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров Волга буйы федераль округында экологик тәрбиә һәм белем биреү буйынса куратор итеп тәғәйенләнде.

Агролизинг. Кемгә отошло?
Агролизинг. Кемгә отошло?
Көнүҙәк
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Көнүҙәк
Башҡорт теле айлығы
Башҡорт теле айлығы
Көнүҙәк