Радий Хәбиров : "Башҡорттар берҙәм булырға тейеш"

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында халыҡ алдындағы көнүҙәк мәсьәләләр барланды, яңы бурыс-маҡсаттар билдәләнде. "Уйлап сығарылған бәхәстәрҙе туҡтатайыҡ. Республикабыҙҙың киләсәге хаҡына берләшергә кәрәк”, - тине Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 600-ҙән ашыу делегат килде. Милли конгрестың делегаттары йәмәғәт ойошмаһының структураһын үҙгәртте. Уның составында алты кешенән торған Президиум булдырылды. Рәйесе итеп Эльвира Айытҡолова һайланды. Президиум составына шулай уҡ алдағы биш йылға медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева, башҡорт илһөйәрлек хәрәкәте етәксеһе Фәнит Моратбаҡыев, Ҡоролтайҙың Ямал-Ненец автономиялы округындағы бүлексәһе етәксеһе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов, актер Хөрмәтулла Үтәшев һәм Федераль именлек хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ғаяз Зарипов һайланды. Әлегә тиклем төп ҡарарҙар ҡабул итеп килгән башҡарма комитет хәҙер президиум ҡабул иткән документтарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн яуаплы була. Бөгөн бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары Ишембай районында. Торатау итәгендә "Торатау йыйыны" тигән фольклор байрамы ойошторола.

Көнүҙәк
Радий Хәбиров : "Башҡорттар берҙәм булырға тейеш"
Көнүҙәк
Көнүҙәк
Радий Хәбиров : "Башҡорттар берҙәм булырға тейеш"
Көнүҙәк
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Көнүҙәк
Башҡорт теле айлығы
Башҡорт теле айлығы
Көнүҙәк
Уралым бөркөттәре
Уралым бөркөттәре
Көнүҙәк