Һөт кухнялары тергеҙелә

Республикала һөт кухняһы селтәре булдырыла. Йыл аҙағынаса Октябрьский, Сибай, Нефтекама һәм Белорет ҡалаларында балалар ризығы етештереүсе ойошмалар асыла. Әле һөт кухнялары Өфө һәм Стәрлетамаҡта эшләй. Ойошма эргә-тирәләге район һәм ҡалаларҙы ла балалар ризығы менән тәьмин итә. Ул 6 айҙан 3 йәшкәсә сабыйҙарға бушлай таратыла. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Алексей Гусев әйтеүенсә, интернетта махсус сайт эшләй. Уның аша ата-әсәләр балалар ризығына алдан заказ бирә ала. Һөт кухняларында етештерелгән тауарҙы ҡулаҡсаға ла алырға мөмкин. Яҡын арала балалар ризығы ҙур магазиндарҙа һатыла башлай.

Фото №1 - Һөт кухнялары тергеҙелә
Көнүҙәк
Һөт кухнялары тергеҙелә
Көнүҙәк
Хаҡтар. Кем көйләргә тейеш?
Хаҡтар. Кем көйләргә тейеш?
Көнүҙәк
Ғилем — килем дә ул
Ғилем — килем дә ул
Көнүҙәк
Яңы Күл - Көҙәй башҡорттары төйәге
Яңы Күл - Көҙәй башҡорттары төйәге
Көнүҙәк
В Башкирии стартует кастинг нового сезона шоу «7 Егет»
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями