Шишмәлә подъездар ваҡытында ремонтлана

Республикала күп фатирлы йорт подъездарын ремонтлау программаһының беренсе этабы тамамланды. Планлаштырылған күләмдең яртыһы ғына үтәлгән, тип белдерҙе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев. Радий Хәбиров та программа үтәлешен тәнҡитләне. Графиктан ҡалышмаған ҡала һәм райондар ҙа бар. Ағиҙел, Сибай һәм Учалы ҡалаларында, Нуриман, Шаран һәм Шишмә райондарында программа уңышлы тормошҡа ашырыла. Шишмәләге байтаҡ подъездарҙа төҙөкләндереү тамамланып килә. Ул күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау программаһы буйынса башҡарыла. Шишмә ҡасабаһында йәшәгән Римма Вәлиева әйтеүенсә, подъезда иҙәнгә плитә түшәлгән, тәҙрә, ишектәр яңыртылған.

Көнүҙәк
Шишмәлә подъездар ваҡытында ремонтлана
Көнүҙәк

Идарасы ойошма директоры Эдуард Ялалов белдереүенсә, төҙөкләндереү сараларына бер нисә миллион һум аҡса бүленгән.

Быйыл республикала 4 мең подъезд төҙөкләндерелергә тейеш. Ремонт 1 ноябргә тиклем дауам итә.

Көнүҙәк
Шишмәлә подъездар ваҡытында ремонтлана
Көнүҙәк
Илһам бирсен очрашулар!
Илһам бирсен очрашулар!
Көнүҙәк
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Көнүҙәк
"Башҡорт хужабикәһе" йәки Миләүшә Шәйхлисламова   Юлдашта эфирҙа.
"Башҡорт хужабикәһе" йәки Миләүшә Шәйхлисламова Юлдашта эфирҙа.
Көнүҙәк