Кардиология диспансерының яңы корпусына нигеҙ һалынды

Өфөлә республика кардиология диспансерының хирургия корпусы төҙөлә башланы. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн төп бина нигеҙенә капсула һалды. Подрядсы ойошма вәкиле белдереүенсә, быйыл бинаның диуары күтәрелә, йылылыҡ селтәрҙәре үткәрелә. Төҙөлөш 3 миллиард һумға төшәсәк. “Беҙ һуңғы йылдарҙағы иң ҙур һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы төҙөлөшөн башланыҡ”, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Кардиология диспансерының хирургия корпусын киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Ул заманса диагностика үҙәге була.

Көнүҙәк
Кардиология диспансерының яңы корпусына нигеҙ һалынды
Көнүҙәк
Агролизинг. Кемгә отошло?
Агролизинг. Кемгә отошло?
Көнүҙәк
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Көнүҙәк
Башҡорт теле айлығы
Башҡорт теле айлығы
Көнүҙәк