Башҡортостанда донорлыҡ һәм трансплантология хеҙмәте ойошторола

Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һәм Рәсәйҙең баш трансплантологы Сергей Готье ошо турала килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ нигеҙендә, республикала кеше органдарын күсереп ултыртыу хеҙмәте барлыҡҡа килә. Трансплантологияны камиллаштырыу медицина хеҙмәте сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, ти белгестәр.

Көнүҙәк
Башҡортостанда донорлыҡ һәм трансплантология хеҙмәте ойошторола
Көнүҙәк

Рәсәйҙә вафат булғандар иҫәбенә башҡаларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу операциялары киң ҡулланылмай. Йәмғиәттә лә кеше органдарын күсереп ултыртыуға төрлө ҡараштар бар. Сәйәсәт белгесе Әхтәр Боҫҡонов.

Яҙыусы Лира Яҡшыбаева кеше ағзаларын күсереп ултыртыуға ҡырҡа ҡаршы булыуы тураһында белдерҙе.

Бөгөн йәмғиәттә ағзаларҙы күсереп ултыртыу тураһында күберәк һөйләргә кәрәк, тигән фекерҙә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш трансплантологы Рифат Нуриәхмәтов.

Башҡортостанда быйыл 4 йөрәк, 2 бауыр һәм 22 бөйөр күсереп ултыртылған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика Шумаков исемендәге милли трансплантология үҙәге менән хеҙмәттәшлек итәсәк.

Көнүҙәк
Башҡортостанда донорлыҡ һәм трансплантология хеҙмәте ойошторола
Көнүҙәк
Көнүҙәк
Башҡортостанда донорлыҡ һәм трансплантология хеҙмәте ойошторола
Көнүҙәк
Агролизинг. Кемгә отошло?
Агролизинг. Кемгә отошло?
Көнүҙәк
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Көнүҙәк
Башҡорт теле айлығы
Башҡорт теле айлығы
Көнүҙәк