Республикала 662 подъезд төҙөкләндерелгән

Әле меңдән ашыуында ремонт бара. Был һандарҙы Хөкүмәттә үткән оператив ултырышта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев ишеттерҙе.

Көнүҙәк
Республикала 662 подъезд төҙөкләндерелгән
Көнүҙәк

Республикала күп фатирлы йорт подъездарын ремонтлауҙа проблемалар булыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Июль башында Борис Беляев төҙөкләндерелергә тейеш подъездарҙың яртыһы ғына ремонтланыуы тураһында белдергәйне. Бөгөн ул республика программаһына индерелгән 4 мең подъездың 80 проценты 1 сентябргә әҙер буласаҡ тип хәбәр итте.

“Атҡарылған эштәрҙе йортта йәшәүселәр тикшерергә бурыслы. Акттарҙа мотлаҡ уларҙың имзаһы торорға тейеш”, тине Радий Хәбиров.

Подъездарҙы ремонтлау программаһы Ағиҙел, Сибай һәм Учалы ҡалаларында, Нуриман, Шишмә, Шаран райондарында уңышлы тормошҡа ашырыла. Унда эш графикка ярашлы алып барыла. Быйыл республикала 4 мең подъезд төҙөкләндерелергә тейеш.

Көнүҙәк
Республикала 662 подъезд төҙөкләндерелгән
Көнүҙәк
Илһам бирсен очрашулар!
Илһам бирсен очрашулар!
Көнүҙәк
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Көнүҙәк
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Көнүҙәк