Ат уйнатып алдан бара, Шайморатов генерал

Бөгөн Өфөлә 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа бағышланған иҫтәлекле сара үтте. Флешмоб баш ҡаланың “Ватан” этнопаркында уҙҙы. Унда ҡатнашыусылар йондоҙ формаһында теҙелеп, “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы.

Көнүҙәк
Ат уйнатып алдан бара, Шайморатов генерал
Көнүҙәк

Альбина Сыңғыҙова Башҡорт дәүләт педагогия университетында беренсе курста уҡый. Меңләгән кеше араһында бер сафта баҫып йырлағаныма бик ғорурланам, ти ул.

Свердловск өлкәһендә йәшәгән Әлфирә Уйылданова Өфөгә ҡунаҡҡа килгән. “Форстаттан файҙаланып, батырыбыҙға арналған сарала ҡатнашырға булдыҡ”, - ти баш ҡалабыҙ ҡунағы.

Ғилметдин Әғзәмов Миңлеғәле Шайморатов етәкләгән 112-се башҡорт кавалерия дивизяһында хеҙмәт иткән. Уның ейәне Зинаф Әхмәтшин флешмобҡа хәрби кейемдә килгән.

Ойоштороусылар белдереүенсә, “Ватан” этнопаркында үткән иҫтәлекле сарала 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

27 августа Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулды.

Көнүҙәк
Ат уйнатып алдан бара, Шайморатов генерал
Көнүҙәк
Көнүҙәк
Ат уйнатып алдан бара, Шайморатов генерал
Көнүҙәк
Көнүҙәк
Ат уйнатып алдан бара, Шайморатов генерал
Көнүҙәк
Агролизинг. Кемгә отошло?
Агролизинг. Кемгә отошло?
Көнүҙәк
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Көнүҙәк
Башҡорт теле айлығы
Башҡорт теле айлығы
Көнүҙәк