Ял урыны таҙа була - "Инцидент-менеджемент" яҡшы эшләй

Юрий Гагарин исемендәге парк – Октябрьский ҡалаһы халҡының яратҡан ял урыны. Сентябрь айы башында парк янындағы йылғаның бысраныуы билдәле булды. Ошоға бәйле, халыҡ күренеште видеоға төшөрөп ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Уны “Инцидент менеджмент” программаһы теркәй һәм мөрәжәғәтте ҡала администрацияһына ебәрә. Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Эльвира Мерзлякова әйтеүенсә, йылғаның бысрауы паркта үткәрелгән төҙөкләндереү эштәренә бәйле булыуы асыҡлана. Эшселәр быуған һыу тиҙ боҙола башлай. Проблема биш көн эсендә хәл ителә. Был турала Республика Башлығы хакимиәтенең граждандарҙың социаль селтәрҙәрҙә килгән мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре Таһир Шәрәфетдинов хәбәр итте. Үткән аҙнала ғына “Инцидент менеджмент” программаһы республика буйынса 2800 самаһы мөрәжәғәт теркәгән, уларҙың 2600-ләбе хәл ителгән.

Фото №1 - Ял урыны таҙа була - "Инцидент-менеджемент" яҡшы эшләй
Көнүҙәк
Ял урыны таҙа була - "Инцидент-менеджемент" яҡшы эшләй
Көнүҙәк
Көнүҙәк
Ял урыны таҙа була - "Инцидент-менеджемент" яҡшы эшләй
Көнүҙәк
Халыҡ башланғыстарына - иғтибар
Халыҡ башланғыстарына - иғтибар
Көнүҙәк
Рухтары ныҡ уларҙың
Рухтары ныҡ уларҙың
Көнүҙәк
Башҡортостан райондары. Мәсетле районы.
Башҡортостан райондары. Мәсетле районы.
Көнүҙәк
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти