Быйыл республикала халыҡтан ҡабул ителгән 75 мең самаһы мөрәжәғәт эшкәртелгән. Кешеләр социаль селтәрҙә ҡалдырған ялыуҙарҙы “Инцидент менеджмент” системаһы теркәй. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе юл торошо, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бәйле мәсьәләләр боросой. Власть кешеләрҙе ишеткәндә проблемалар ҙа хәл ителә, - ти республика Башлығы хакимиәте янындағы социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ етәксеһе Елена Прочаковская. Ул бер нисә миҫалды телгә алды. Республиканың “Инцидент менеджмент” системаһы Рәсәйҙә юғары баһа алды.
#инцидент