Суррогат алкоголь етештереүселәр тураһындағы мәғлүмәт өсөн аҡсалата дәртләндереү. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә алкоголь етештереүселәр тураһындағы мәғлүмәт өсөн 50 мең һум, һатыусылар тураһындағы мәғлүмәт өсөн 2 мең һум түләргә вәғәҙә бирҙе. Алкоголгә ҡаршы иғлан ителгән көрәш һөҙөмтәһендә быйыл 8 йәшерен цех, 70 литр суррогат табылды, - тип хәбәр итә республика Башлығы. Суррогат етештереүселәр тураһындағы мәғлүмәтте Башҡортостан сауҙа комитетына хәбәр итергә була, телефоны 218-09-87, Өфө коды 347.