Яңы йыл мөғжизәһе

Яңы йыл теләктәрҙең бойомға ашыу мәле. Благовещен ҡалаһынан Ксения Кислухинаның да Яңы йыл хыялы ысынбарлыҡҡа әйләнде. 5 йәшлек ҡыҙ Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашып Ҡыш бабайға хат яҙа, ул унда стенаға беркетмәле гимнастика ҡоролмаһы кәрәклеген әйтә. Хатты Мәскәүҙә Радий Хәбировҡа тапшыралар. Ул үҙ сиратында артабан күрһәтмә бирә. Бөгөн ҡыҙ баланы Благовещен ҡалаһы башлығы ҡотлап ошо бүләкте тапшырҙы.

Илһам бирсен очрашулар!
Илһам бирсен очрашулар!
Көнүҙәк
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Полилингваль мәктәптәр - яңы стратегия
Көнүҙәк
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡараш.
Көнүҙәк