Башҡортостан һәм Чечня табиптары хеҙмәттәшлек итергә килеште

Бөгөн Өфөлә ике республика һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары араһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Чечня Һаулыҡ һаҡлау министры Эльхан Сөләймәнов һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ҡул ҡуйҙы. Чечен республикаһы делегацияһы ике көнлөк эш сәфәрендә барышында Башҡортостандың һәм Өфөнөң ҙур дауаханалары эшмәкәрлеге менән танышырға ниәтләй. Эльхан Сөләймәнов беҙҙең республикала яман шеште дауалауҙы юғары баһаланы.

Көнүҙәк
Башҡортостан һәм Чечня табиптары хеҙмәттәшлек итергә килеште
Көнүҙәк

Килешеү ике республика араһында тәжрибә менән уртаҡлашырға, медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын камиллаштырырға мөмкинлек бирә. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләй.

Киләсәктә Башҡортостан һәм Чечня табиптары өсөн семинарҙар, фәнни-ғәмәли конференциялар, күргәҙмәләр уҙғарыу, белгестәр менән алмашыу планлаштырыла.

Фото №1 - Башҡортостан һәм Чечня табиптары хеҙмәттәшлек итергә килеште
Көнүҙәк
Башҡортостан һәм Чечня табиптары хеҙмәттәшлек итергә килеште
Көнүҙәк
Туризм. Инвестиция. Экология. Иҡтисад
Туризм. Инвестиция. Экология. Иҡтисад
Көнүҙәк
Петербург Халыҡ-ара иҡтисад форумы йомғаҡтары
Петербург Халыҡ-ара иҡтисад форумы йомғаҡтары
Көнүҙәк
Башҡорттар
Башҡорттар
Көнүҙәк
Пенальти
Уфимская волна