Был турала улар социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәт иткән. “Ҡашҡаҙан” паркы һәм күп ҡатлы йорттар янында урынлашҡан заправка балаларға ла хәүеф тыуҙыра, тип зарлана урындағы халыҡ. Наил Кирәев әйтеүенсә, бер осҡон шартлауға килтереүе ихтимал.
“Инцидент –менеджмент ”системаһы ялыуҙы теркәгән, мөрәжәғәт баш ҡала хакимиәтенең Октябрь районына йүнәлтелгән. Газ яғыулығы станцияһы эшмәкәрлегендә етешһеҙлектәр булған. Былтыр июндә прокуратура тикшереүенән һуң, заправка хужаһында проект һәм техник документтар һәм ҡорамалдарға лицензияһы булмауы, шулай уҡ станцияның торлаҡ йорттарға яҡын урынлашыуы асыҡланған. Өфө хакимиәтенән бүлек етәксеһе Венера Колпакова һөйләй.
Хәҙер газ яғыулығы станцияһы һүтеп ташланған, халыҡ хәүефһеҙлек өсөн борсолмай.
“Инцидент” системаһы көн һайын төрлө мөрәжәғәттәрҙе тикшереп бара. Интернетҡа яҙылған бер хәбәр ҙә иғтибарһыҙ ҡалмай. Мәсьәлә хәл ителгәнсе белгестәр күҙәтеп бара.
#инцидент #РадийХабиров