Мансур Һиҙиәтовтың "Йондоҙ ҡашҡа кешнәүе" китабы

Бөгөн һүҙем әҙәби ижадҡа урау юлдар менән килгән прозаик Мансур Һиҙиәтов хаҡында. Ул Белорет ҡалаһында ғүмере буйына металлург булып эшләгән.  Хаҡлы ялға сыҡҡас та, йәне-тәне эш һорап ҡырталашҡан. Ахыры, тирә-йүндәге берәҙәктәрҙе, хәмер ҡолона әйләнгәндәрҙе бер бригада итеп туплап,  Белорет урмандарындағы эшкә йәлеп иткән. Металлургия комбинатынан айырылып, мәңгелек урман  ҡосағына сумғас,  тәрән уйҙарҙан күңелендә «Ҡыу ҡарағас» исемле повесть яралған. Ул арала ҡулында ут уйнатыр Мансур Яҡшыбай улының  яңы эштә якшы даны таралған.   Белоретта ғына түгел,  Баймаҡ, Учалы яҡтарында 8 бригада менән етәкселек иткән.  Барыбер  «Ҡыу ҡарағас» әҫәре зиһененә тынғы бирмәй икән! Ахырҙа, ҡасандыр Һ.Дәүләтшина ла ҡарауылсы булғанын иҫкә төшөрөп,  бер мәктәпкә төнгө ҡарауылға  урынлашҡан да уйлаған әҫәрен ашыға-ашыға ҡағыҙға төшөргән.

Агролизинг. Кемгә отошло?
Агролизинг. Кемгә отошло?
Китап донъяhы
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Ковид, юлдар һәм сәнәғәт патриотизмы. Оператив кәңәшмә
Китап донъяhы
Башҡорт теле айлығы
Башҡорт теле айлығы
Китап донъяhы