Тамара Ғәниева. Һайланма әҫәрҙәр

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева сығышы менән Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылынан. Ул 1951 йылда шау сәскәле йәй башында тыуған. Ауылыбыҙ бәләкәй генә ине, ти әҙибә. Бары башланғыс мәктәбе генә булған шул ауылдан ул мәлдә берәү ҙә ҙур ижадлы шағирә сығыр, «кешеләргә йондоҙ таратыр” тип уйламағандыр. Һуғыштан һуңғы наҡыҫ йылдарҙа йәмле Наҡаҫ буйҙарында тыуған ҡыҙсыҡтың күңеле туҡ, өҫтө бөтөн була. Атаһы иген иккән бәрәкәтле ерҙән, әсәһе бешергән ҡояш-икмәктән, боҫтар бөрккән көмөш самауыр сыңынан йәненә йыр, яҡтылыҡ ала ул.

Китап донъяhы
Тамара Ғәниева. Һайланма әҫәрҙәр
Китап донъяhы
Сөенечләр уртак булсын!
Сөенечләр уртак булсын!
Китап донъяhы
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Уңайлы мөхит. Һорауҙар һәм яуаптар.
Китап донъяhы
Брендтар һәм кооперация
Брендтар һәм кооперация
Китап донъяhы