Балағыҙ китап уҡырға яратамы? Ә спектаклдәр ҡарарға? Көҙгө алдында берәй актерҙы һынландырып, ҡыланып баҫып торамы? Шулай икән, улығыҙҙы йә ҡыҙығыҙҙы етәкләгеҙ ҙә әҙәбиәт йә драм түңәрәктәренә юл тотоғоҙ. Беҙҙең тапшырыуҙың сираттағы геройы ла төрлө түңәрәктәргә йөрөп ҡараған. Әммә әҙәбиәт һәм драма түңәрәктәре минең өсөн иң шәбе, ти ул. Танышайыҡ - Айбулат Ғәйнуллин, Белорет ҡалаһының лицей-интернатында белем ала, әҙәбиәт һәм драма түңәрәгендә шөғөллөнә, ошо йүнәлештә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Әйҙәгеҙ, үҙен тыңлайыҡ.