Көлөү ғүмерҙе оҙайта тиҙәр. Ә кешеләрҙең кәйефен күтәрә белеү өсөн һәләт тә, тырышлыҡ та кәрәк. Бөгөнгө тапшырыуҙың геройында был сифаттар етәрлек тип уйлайым. Диана Мөхәмәтйәнова Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында уҡый. Ике йыл рәттән "Шаяниум" тапҡырҙар һәм шаяндар командаһында уйнай. Үткән йыл был уйында "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһында еңеүсе тип табыла. Диананы бергәләп тыңлайыҡ.