Һәр быуын үҙенән аҡыллыраҡ, тәрбиәлерәк, зиһенлерәк алмаш ҡалдыра алһа ғына, кешелек донъяһында үҫеш була.Кеше ғүмерен тәрбиәле балалары, изге эше, уның хаҡындағы яҡты иҫтәлектәр дауам итә, тиҙәр. Ә беҙ һәр көн зәңгәр экрандарҙан ҡараған, радионан тыңлаған, сәхнәләрҙән күреп шатланған йондоҙҙарҙың ғаилә ҡорорға, үҙҙәренән һуң лайыҡлы алмаш ҡалдырырға ваҡыты, ә иң мөһиме - теләге бармы икән? Ошо турала серләшергә беҙ бөгөн Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актеры "Бабич" фильмында төп ролде башҡарыусы һәләтле актер Илгиз Таһировты саҡырҙыҡ. Ул беҙгә яратҡан ҡатыны Әлфиә Ғайса ҡыҙы, улдары Алмаз һәм Азамат менән килде.