Һуңғы ҡыңғырау

Мәктәптәрҙә яңғыраясаҡ һуңғы ҡыңғырау байрамына теп-теүәл бер көн ҡалды. Ҡыңғырау моңона сорналып, шау-шыулы, күңелле мәктәп йылдары, ғәмһеҙ бала саҡ артта ҡаласаҡ.Ә алда һикәлтәле һуҡмаҡтары, борма-борма юлдары, борсолоуҙары, шатлыҡ-ҡыуаныстары менән үҙаллы тормош.  Әҙерме һуң улар, кисәге мәктәп уҡыусылары, оло тормош юлына баҫырға? Нимәһе менән улар хәтерендә ҡалған мәктәп йылдары. Был турала белергә теләһәгеҙ, беҙҙең менән ҡалығыҙ, дуҫтар!

Фото №1 - Һуңғы ҡыңғырау

 Республика мәктәптәрен быйыл 18 меңдән ашыу уҡыусы тамамлай. Улар араһында студиябыҙҙың бөгөнгө ҡунаҡтары ла бар. Кемдер репетициянан, кемдер дәрестәрҙән сығып, беҙҙең менән осрашыуға килгән. Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтарыбыҙ менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

 Улар: Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернатынан Нурзилә Мөлөкова менән Юламан Юламанов, Р.Fарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатынан Лидия Динмөхәмәтова, М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Сафия Fайсина. (23 май эфирынан яҙма.)

 

 

Зариф Байғусҡаров: Закондар эшләргә тейеш
Зариф Байғусҡаров: Закондар эшләргә тейеш
Күпер
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Күпер
Стәрлетамаҡ рус дәүләт театры актеры Артур Ишмөхәмәтов
Күпер
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Телеканал БСТ в рамках программы «Счастливый час» запустил марафон «Счастливая женщина»