“Алтын солоҡ” дәүләт зоологик(энтомологик) тәбиғәт тыйыулығы

             “Алтын солоҡ” дәүләт зоологик(энтомологик)  тәбиғәт тыйыулығы

   Солоҡ  ҡортонан тыш, тыйыулыҡ фауна һәм флораның бүтән  төрҙәрен һаҡлай һәм ландшафттың үҙгәреүенә ҡаршы тора. Биләмәлә 22 төр балыҡ, 7 төр һөйрәлеүсе, йөҙләп  төр ҡош, 47 төр һөтимәр иҫәпләнә, үҫемлек төрө  700-ҙән ашыу. 

  Ландшафт райондары киҫелешендә урынлашҡанға һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге  самалы булғанға күрә,  хайуандар донъяһы, шул иҫәптән бөрйән бал ҡорто популяцияһы, ҡорттарға етәрлек аҙыҡ, солоҡ ағастары һәм солоҡсолоҡ яҡшы һаҡланған. Шул ыңғай шарттарға таянып, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы бөрйән солоҡ ҡортон ҡурсыу буйынса махсус тыйыулыҡ булдырыу мәсьәләһен күтәрә.  Ул  1997 йылда ойошторола, 90 мең 680 гектар ер биләй. Нөгөш йылғаһы үренең таулы өлөшөндә  һәм  Ағиҙел менән  Нөгөш араһында урынлашҡан. Үҙәге  булып бейеклеге  1 мең 40 метр тәшкил   иткән  Мәсем тауы тора. “Алтын солоҡ” – республикала иң ҙур тыйыулыҡ,  имән, саған, ҡайын, йыла үҫкән урмандар ҙур майҙанды биләй. Нөгөш һәм Ҡужа буйҙарындағы төньяҡ битләүҙә шыршы менән йүкә ҡатнаш  реликт ылыҫлы-япраҡлы урмандар осрай. Улар  - Көньяҡ Уралдың шыршылы-япраҡлы тайгаға тартым урмандарының терәге. “Алтын солоҡ” тыйыулығының  төп бурысы - абориген бал ҡорто генофондының  һәм бал ҡортоноң башҡа төрҙәренең ҡырағай тәбиғәттә, шулай уҡ  солоҡсолоҡта һәм умартасылыҡта тотороҡло  йәшәйешен  тәьмин итеү.  

Стәрлетамаҡ рус дәүләт театры актеры Артур Ишмөхәмәтов
Ҡурсаулы Башҡортостан
Ғәли Соҡорой - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы
Ғәли Соҡорой - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы
Ҡурсаулы Башҡортостан
Табышулар күңелләргә илһам бирә!
Табышулар күңелләргә илһам бирә!
Ҡурсаулы Башҡортостан
Телеканал БСТ в рамках программы «Счастливый час» запустил марафон «Счастливая женщина»
Уфиская волна